Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары үтте

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Совет районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыларының  Башҡорт теле көнөнә арналған  район семинары үтте.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Совет районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыларының  Башҡорт теле көнөнә арналған  район семинары үтте. Ул  «Туған тел уҡытыусылары эшмәкәрлегендә электрон белем биреү ресурстары» темаһы аҫтында ойошторолдо. Ҡунаҡтар иғтибарына «Халҡыбыҙҙың йолалары аша уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү» һәм уҡытыуҙа Wordwall сайтын ҡулланыуҙың уңышлы алымдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Семинар түңәрәк өҫтәл артында төп тема буйынса эшлекле һөйләшеү менән дауам итте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү, дәрестәрҙә яңы метод һәм алымдарҙы, заманса технологияларҙы ҡулланыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.  


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA