Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Ошо уңайҙан Совет районы белем биреү учреждениеларында ла 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем күп саралар үтте. Мәктәп радиоһы һәм телевидениеһы аша башҡорт әкиәттәре, видеороликтар, цитаталар, презентациялар, проекттар трансляцияланды. Башҡорт көйҙәренән торған «музыкаль тәнәфестәр», радиолинейкалар, «Башҡорт журналдары һәм гәзиттәре көнө» күргәҙмәләре, журналистар менән осрашыуҙар, төрлө интеллектуаль уйындар ойошторолдо. Шулай уҡ уҡыусылар ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмдарын ҡараны, башҡорт телендәге журналдар һәм гәзиттәр менән танышты, регион-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте муниципаль этап олимпиадаһында ҡатнашты.
Балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр өсөн башҡорт халыҡ уйындарына, байрамдарына арналған тематик дәрестәр, һүрәттәр конкурсы, флешмоб үткәрелде.