Теле барҙың – иле бар

14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә.

Теле барҙың – иле бар

14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән 2019 йылда телде һаҡлау, үҫтереү маҡсатында булдырылған. Байрам шулай уҡ билдәле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған.

Был даталар хөрмәтенә Өфөлә бер нисә мәҙәни саралары үтәсәк. Байрам алдынан мәғариф учреждениеларында башҡорт теле буйынса берҙәм дәрестәр, викториналар, уҡытыусылар өсөн семинарҙар, әҙәби-ижади конкурстар үткәреләсәк. Баш ҡала китапханалары шиғыр ятлаусылар конкурстары, шиғриәт сәғәттәрен, әҙәби әңгәмәләр ойошторасаҡ.

14 декабрҙә Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда йола буйынса Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк. Дәүләт концерт залында «Ижади майҙан» тип аталған сара ойоштороласаҡ. Шулай уҡ был көндө Ҡала мәҙәниәт һарайында «Туған телгә һөйөү менән» концерты үтәсәк.

Сараларҙың тулы планы менән һылтанма буйынса танышып була.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー