6 декабрҙә баш ҡалала Өфө Хакимиәте башлығы стипендияһы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл ул 15-се тапҡыр үткәрелә. Был ваҡыт эсендә уға һигеҙ йөҙҙән ашыу талантлы бала лайыҡ булды. Стипендиаттар араһында йәш өфөлөләр, предмет олимпиадаларында еңеүселәр һәм призерҙар, ижади конкурстар һәм спорт ярыштары лауреаттары бар.
- Йыл һайын беҙ һәләтле, маҡсатҡа ынтылышлы һәм ныҡышмалы, иң текә бейеклектәрҙе яуларға әҙер балаларҙы осратабыҙ. Бындай талантлы балаларҙың булыуы менән ғорурланабыҙ, - тип уҡыусыларға мөрәжәғәт итте Өфө мэры Ратмир Мәүлиев. - Һеҙҙе был лайыҡлы награда менән ҡотлайым. Һеҙгә өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауығыҙҙы теләйем. Ғүмер буйы уҡый алған кеше уңышҡа өлгәшә. Бик күп билдәле кешеләр үҙ юлын ижади түңәрәктәрҙән, мәктәп олимпиадаларынан, конкурстарҙа ҡатнашыуҙан башлаған бит.
Һәр уҡыусыға стипендия биреү тураһында диплом һәм сертификат тапшырылды. 3 мең һум күләмендәге стипендия уҡыу йылы дауамында ай һайын күсереләсәк.
Сәй табыны артында балалар Өфө Хакимиәте башлығына һорауҙар бирҙе, шулай уҡ үҙҙәренең пландары һәм хыялдары хаҡында һөйләне.
- Балаларҙың мөһим әйберҙәргә ҡарашы формалашҡан. Биргән һорауҙары һәм фекер алышыуҙары етди. Киләсәгебеҙ өсөн тынысмын, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ратмир Мәүлиев.