Ҡаланы ҡарҙан таҙартҡанда иң мөһиме ҡамасауламаҫҡа

Көн һайын урамдарҙы таҙартыуға 500 берәмек самаһы коммуналь техника һәм уртаса 550 юл эшсеһе йәлеп ителә.

Ҡаланы ҡарҙан таҙартҡанда иң мөһиме ҡамасауламаҫҡа

Өфөлә көн һайын тәүлек әйләнәһенә урам-юл селтәрен таҙартыуға 500 берәмек самаһы коммуналь техника һәм уртаса 550 юл эшсеһе йәлеп ителә. 6 декабрҙә Өфө Хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етаксеһе Рөстәм Хәмитовтың хәбәр итеүенсә, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы, шулай уҡ йәмәғәт транспорты туҡталыштарын таҙартыуға ҙур иғтибар бирелә. Төп баҫым төнгө сменаға яһала.

Уҙған ял көндәрендә 17 649 кубометр (7 950 т) ҡар сығарылған. Миҙгел башынан алып бөтәһе - 170 237 кубометр (75 877 т). Көн һайын боҙлауыҡҡа ҡаршы эшкәртеүҙәр үткәрелә: юлдарҙа башлыса галит һәм бионорд, тротуарҙарҙа һәм туҡталыштарҙа мәрмәр онтағы менән бионорд ҡулланыла. Әлеге мәлдә 5600 т ашыу реагенттар файҙаланылған.

Парковка урындарын һәм башҡа участкаларҙы таҙартыу өсөн «Туҡталыш тыйыла» тигән юл билдәләре ҡуйыла. Был, иң элек, юлдың киңлеге һәм һыҙаттарҙың һаны машиналарҙы урамдарҙың үткәреү һәләтен кәметмәйенсә ҡуйырға мөмкинлек биргән урындар.

Һүҙен йомғаҡлап, Рөстәм Хәмитов өфөлөләргә коммуналь хеҙмәттәр эшмәкәрлеген аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм автомобильдәрҙе юлдарҙа оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдырмауҙарын һораны.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
bwslot168 bwslot168 rtp slot rp8888 rp8888 rp8888 slot777 rp8888 login keris4d rp8888 rtp slot bwslot168 bwslot168 RP8888 RP8888 keris4d keris4d keris4d rp888