Был байрамдың тарихы 1715 йылдан башлана. Тап шул саҡта Петр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдыра һәм уны «полиция» тип атай, грек теленән тәржемә иткәндә ул «дәүләт менән идара итеү»тигәнде аңлата.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә эске эштәр органдары йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙы имен һәм тыныс үткәреүҙе тәьмин итә, енәйәттәргә юл ҡуймау, йәки уларҙы асыу, шәхси милекте, дәүләт һәм коммерция объекттарын һаҡлау менән шөғөлләнә. Уларҙың эшмәкәрлегенең мөһим яғы - ул ҡорал һатып алыу, уны һаҡлау, йәки ташыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе ныҡлы күҙәтеү, наркотиктарҙың таралыуына юл ҡуймау, шулай уҡ террор һәм экстремизмға ҡаршы тороу. Ҡапыл килеп сыҡҡан бәлә-ҡазаларҙа һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә полиция хеҙмәткәрҙәре дәүләт, йәмәғәт һәм шәхси мөлкәтте ҡотҡарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Эске эштәр министрлығының яуаплы бүлектәре шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә арымай-талмай эшләй. Мәғлүмәт-аралашыу алымдарын оҫта файҙаланып, ҡылынған енәйәттәрҙе асыуға, тәртип боҙоусыларҙы асыҡлауға һәм тикшереүгә ҙур иғтибар бүленә.
Полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ.