Подъездарҙа стеналар тигеҙләнгән һәм буядған, яңы почта йәшниктәре ҡуйылған, баҫҡыс аралары яңыртылған, тәҙрәләр алмаштырылған һәм йортҡа инеү урындары бөтөнләй икенсе төҫ алған.
Быларҙан тыш ҡайһы бер подъездар граффити ысулы менән биҙәлгән, был инде йорттарға айырыуса йәм һәм ҡабатланмаҫ мөхит булдыра.
Республика программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә йылдан-йыл таҙа һәм яңыртылған йорттарҙың күбәйеүе бигерәк тә ҡыуаныслы.
Һүҙ юҡ, подъездарыбыҙ бөтөнләй икенсе төҫ ала. Ә хәҙер иң мөһиме вандализмға юл ҡуймайынса халыҡҡа таҙалыҡты һәм яңы ремонтланған биәләмәләрҙе һаҡларға кәңәш ителә
09.11.2022
885