Мәсьәләләр 3 ноябргә ҡарай төндә, Мәскәү ваҡыты менән төнгө сәғәт 1-се 1 минутта диктанттың рәсми сайтында - www.miretno.ru - баҫыла. Улар тест рәүешендә һәм түбәндәге өлөштәрҙән тора:
– 20 һорау – дөйөм федераль бүлек, ул бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә бер үк;
– 10 һорау – төбәк өлөшө, ул Рәсәйҙең һәр субъекты өсөн айырым;
– 30 һорау – сит илдәргә тәғәйенләнгән бүлек, ул илдән ситтә йәшәгәндәр өсөн уртаҡ һорауҙарҙан тора.
Бар һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биргән өсөн иң ҙур балл – 100.
Тесты үтеү ваҡыты – 45 минут. Уны яҙғас, ҡатнашыусы яуаптарын анализлаған шәхси һөҙөмтәһен ала. Йыйылған балдар күләме яҙылған сертификат электрон рәүештә формалаштырыла, уны электрон почтаға ла алдыртырға мөмкин.
Акция тураһында тулы мәғлүмәт уның рәсми сайтында (https://miretno.ru/) бирелгән.
МӨҺИМ! Диктантты үткәндән һуң һылтанма буйынса форманы тултырырға кәрәк: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSflFpdFh1Pzr..