Быуындар күсәгилешлеге һаҡлана

«Быуындар күсәгилешлеге» район социаль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Юлдаш» ижад Йорто хеҙмәткәрҙәре Калинин районы ветерандар Советынан ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.

Быуындар күсәгилешлеге һаҡлана

Ҡунаҡтар учреждениелә эшләп килгән төрлө берләшмә уҡыусылары менән танышты. Тамашалар залында «Алтын көҙ» тип исемләнгән балалар эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо, ул ҡунаҡтарҙы үҙенсәлекле булыуы, фантазия, башҡарыу техникаһы һәм һайланған буяуҙарҙың төрлөлөгө менән хайран итте. Ветерандар рус халҡының традицион ҡурсағын булдырыу тарихы тигән сығышты айырыуса ихлас тыңланы һәм үҙҙәре лә «Берегиня» тип аталған бетеү эшләне.
Был осрашыу ыңғай хис-тойғолар, һөҙөмтәле эш, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр менән үредеп барҙы.Хөрмәтле ветерандарҙың балаларға ҡунаҡҡа килеп, бергәләшеп ижад һәм сәнғәт донъяһына сумыуҙары, кескәйҙәр менән ихлас аралашыуҙары һәр кем өсөн тик файҙаға ғына булды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA