Өфөлә ҙур поликлиника төҙөлөшө тамамлана

Поликлиника сменаһына 900 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.

Затон биҫтәһендә Әхмәтов, Летчиктар һәм Сержант Пашков урамдары кварталында урынлашҡан 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһын төҙөү тамамлана. Социаль объекттың әҙерлеге 98 проценттан ашыу.

– Әлеге ваҡытта биҙәү һәм инженер эштәрен тамамлайбыҙ. Опрессовка үткәрелә: киләһе аҙнала йылы бирәсәкбеҙ. Төҙөлөш эштәре тамамланғас, йыһазландырыу этабына күсәсәкбеҙ, – тип хәбәр итте төҙөлөш компанияһы инженеры Сергей Бобб.

Поликлиниканы төҙөү комплекслы алып барыла: бер үк ваҡытта бында эргә-тирәләге биләмә лә төҙөкләндерелә. Медицина учреждениеһына барыу уңайлығы өсөн Сержант Пашков урамының дауамы эшләнгән. Юлдың майҙаны - 3 791 квадрат метр, тротуарҙарҙың иһә 500 квадрат метр тәшкил итә.

Тейешле иҫәптә парковка урындары - 20 урын килеүсе пациенттар өсөн һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн 8 урын булдырылған.

Бина пациенттар һәм персонал өсөн айырым инеү урыны һәм лифты булған биш, алты һәм ете ҡатлы блоктарҙан тора. Поликлиника сменаһына 900 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән: 400-ө – өлкәндәр, 350-һе – балалар һәм 150-һе – ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы өсөн.

Әлеге ваҡытта был Өфө ҡалаһында төҙөлгәндәрҙән иң ҙур һаулыҡ һаҡлау объекты. Сафҡа индереү ҡала халҡына уңайлы шарттарҙа дауаланырға мөмкинлек бирәсәк.

- Күп ҡатлы йорттар төҙөлөү менән бәйле халыҡ һаны арта. Биҫтәләге поликлиника көсөргәнешлек кисерә. Яңы медицина учреждениеһын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - тип билдәләне 9-сы ҡала дауаханаһының баш табибы Марсель Зарипов.

Әйткәндәй, объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Тәүге звеноны яңыртыу» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA