Өфөлә разведчик исемендәге скверҙы яңыртыу тамамлана

Сквер Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә төҙөкләндерелә.

Башҡортостандың баш ҡалаһында тағы бер ижтимағи киңлек – Өфө «Нур» татар дәүләт театры янында урынлашҡан Даян Мурзин исемендәге сквер яңыртыла.

Даян Баян улы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистик Германияға ҡаршы һуғыша. Партизандар хәрәкәтендә уны «Башҡорт ҡара генералы» тип йөрөтәләр. Былйыл йәйгеһен разведчик - геройға һәйкәл ҡуйыды.

Әлеге ваҡытта скверҙы төҙөкләндереү тамамлана: бында борт таштары ҡуйылған, тротуарға бетон һәм гранит плиткалар түшәлгән. Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһының 300 йыллығына арналған юбилей стелаһы барлыҡҡа килде.

Кабель линияларын һәм тышҡы яҡтыртыу бағаналарын монтажлау эштәре тамамланған, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған, декоратив ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған, клумбалар һәм газондар яһалған.

Был аҙнала төҙөүселәр бәүелсәкле япма ҡуйыуҙы тамамлай һәм видеокүҙәтеү камераларын тоташтыра.

Даян Мурзин исемендәге сквер Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә төҙөкләндерелә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA