Уның эшендә прокурор ярҙамсыһы А.М.Бикмәйев, тәртип һағы органдары, шәхси һаҡлау ойошма етәкселәре, белем биреү учреждениеләре директорҙары ҡатнашты. Көн тәртибенә белем биреү учреждениеләренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау мәсьәләләре ҡуйылды.
Сығыш яһаусылар бөтә ойошмаларҙа ла тәртип һағы ныҡлы булыуы, пропуск режимының теүәл үтәлеүе, һәр ерҙә күҙәтеү камераларының булдырылыуы, шулай уҡ уҡытыусыларҙың балалар менән даими эшләүе хаҡында әйтеп үтелде.
Бөтә сығыштарҙан һуң хакимиәт башлығы был эште тағы ла көйәстергә, ата-әсәләр, балалар менән көндәлек һөйләшеүҙәрҙе ойошторорға тигән тәҡдим индерҙе.