24 сентябрҙә Өфөлә санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ сиктәрендә көҙгө дөйөм ҡала экологик өмәһе үтте.
Ҡала территорияһын таҙартыу һәм тәртипкә килтереү эштәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре, предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡала халҡы көстәрен берләштерҙе. Ғәҙәттәгесә өмәлә Өфө ҡалаһы һәм район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты.
Өмәлә ҡатнашыусылар парк һәм скверҙарҙа, йылға һәм һыу буйҙарында, газондарҙа һәм төҙөкләндереү объекттарында сүп-сарҙы һәм ҡойолған япраҡтарҙы йыйҙы.
Бөтәһе 38 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 688 берәмек техника йәлеп ителде һәм 1,4 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн ихаталарҙа, парктарҙа һәм аллеяларҙа ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса «Йәшел Башҡортостан» акцияһы башланды. Бер көн эсендә Өфөлә өс меңгә яҡын үҫенте ултыртылды.