24 сентябрҙә «Йәшел Башҡортостан» ағас ултыртыу республика акцияһы башланды. Баш ҡалала саралар бөтә райондарҙа ла үтте. Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡаланы йәшелләндереүҙә әүҙем ҡатнашты һәм бер нисә аллеяла ағастар ултыртты.
Шулай итеп, эш сәфәре башында Өфө мэры Зәки Вәлиди урамындағы элекке «Уфимкабель» заводы урынлашҡан бина эргәһендәге тротуарҙы яңыртыу буйынса эштәр барышын тикшерҙе. Ошонда уҡ Ратмир Мәүлиев предприятие хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм студенттар менән бергә йүкә ағастарын ултыртты. Аллея 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тыл хеҙмәтсәндәренә арналған. Завод тарихы тап шул ябай булмаған һуғыш йылдарында башлана, ул эвакуацияланған өс предприятие нигеҙендә ойошторола. Уның хеҙмәткәрҙәренең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Артабанғы нөктә – Ленин урамы Опера һәм балет театры эргәһендәге аллея. Был участкала ҡасандыр юғалған йәшелләндереү тергеҙелә, тротуарҙар реконструкциялана. Хәҙер бында «Театр» паркы һәм «Ете ҡыҙ» фонтаны ғына түгел, шулай уҡ йүкә аллеяһы буласаҡ.
- Өфө йәшелләндереү буйынса илебеҙҙең ҡалалары араһында алдынғы өсәү иҫәбенә инә һәм, һис шикһеҙ, был статусты раҫларға, ағас ултыртыуҙы дауам итергә һәм уларҙы тейешле тәрбиәләүҙе тәьмин итергә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ратмир Мәүлиев.
Билдәләп үтергә кәрәк, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу майҙансыҡтарында халыҡ өсөн артистарҙың сығыштары ойошторолдо. Дим биҫтәһендәге майҙансыҡтарҙың береһе - реконструкция алып барылған «Әкиәттәр аллеяһы» иң сағыу һәм күңеллеләрҙең береһе булды. Бөгөн ултыртылған алмағастарҙың сағыу ҡыҙыл емештәре уны тағы ла матурыраҡ яһаны, уларҙың береһенә Өфө мэры исемле яҙыуын беркетте.
Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы был проекттың муниципалитеттың «ҡала-баҡса» концепцияһын тормошҡа ашырыуға йүнәлеш биреүен асыҡ күрһәтеп, аллеяны төҙөкләндереү проектын тормошҡа ашырыуҙың үҙенсәлекле ҡарашын билдәләне. Шулай уҡ Киров һәм Октябрь райондарының уңыштары билдәләнде.
Бер нисә сәғәт эсендә муниципалитеттың татыу командаһы район хакимиәттәре, төрлө учреждение һәм предприятиелар етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, студенттар һәм уҡыусылар менән бергә өс меңгә яҡын ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртты, улар араһында йүкә, алмағастар, муйыл, сирень, миләш, ҡарағайҙар һәм башҡалар бар. Мөмкин булған урындарҙа һыу һибеү ҡоролмаһы эшләнгән, аллеяларҙа шулай уҡ бәләкәй архитектура формалары, эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырыла.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһының көҙгө этабы 8 октябргә тиклем дауам итәсәк. Яңы аллеяларҙы төҙөкләндереү һәм булдырыу ғына түгел, әле булғандарында ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ултыртыу ҙа алып барыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө Хакимиәте башлығы Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына 45 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу бурысын ҡуйғайны.