Өфөлә гастрономия фестивале уҙа

Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә өсөнсө тапҡыр Волга буйының ҙур гастрономия фестивале «Бар!» уҙа.

Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә өсөнсө тапҡыр Волга буйының ҙур гастрономия фестивале «Бар!» уҙа. Унда тәжрибәле рестораторҙар һәм йәш эшҡыуарҙар төрлө тәмле аш-һыу әҙерләй.

Сараның маҡсаты - ресторан тармағын үҫтереү һәм бизнеста яңы килеүселәр өсөн этәргес биреү, шулай уҡ өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын аш-һыу сәнғәтенең бөтә палитраһы менән иң юғары кимәлдә таныштырыу. Өфөнөң Каруанһарай биләмәһендә был ял көндәрендә ресторандар, кафе һәм ҡәһүәханалар үҙҙәренең иң әһәмиәтле ризыҡтары менән сауҙа итә.

Фестиваль сиктәрендә хәйриә аукциондары, промо-акциялар, оҫталыҡ дәрестәре, яңы ризыҡтар һәм эсемлектәрҙең презентациялары алып барыла. Балалар зонаһы ойошторолған. Өфө музыканттары сара ҡунаҡтарының күңелен аса, хэдлайнерҙар булып түбәндәгеләр тора: 10 сентябрҙә - «Биртман» төркөмө, 11 сентябрҙә - «Волга-Волга».

Сараны ойоштороусылар - «Реал» ресторан профессиональ альянсы, «Каруанһарай» сауҙа комплексы һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー