Тағы ла бер яңыртылған ихата асылды

Бөгөн Рихард Зорге урамындағы 36-сы һәм 38-се йорттарҙа йәшәүселәр өсөн байрам ойошторолдо.

Бөгөн Рихард Зорге урамындағы 36-сы һәм 38-се йорттарҙа йәшәүселәр өсөн «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә ихата биләмәһен комплекслы төҙөкләндереүҙе тамамлау хөрмәтенә байрам ойошторолдо.

Йәйге миҙгел дауамында төҙөүселәр бында юлдарға, парковкаларға һәм тротуарҙарға яңы асфальт түшәне, яңы балалар уйын комплексы һәм спорт майҙансығы ҡуйҙы, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажланы.

Яңыртылған йәмәғәт киңлеген бәләкәй архитектура формалары тулыландырҙы.

Халыҡты ихата байрамы менән Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡотланы.

- Яҙ башында республика Башлығы менән бында булдыҡ, биләмә торошо борсоуға һала ине, һәм хәҙер һеҙҙе яңыртылған матур ихатала сәләмләүемә бик шатмын. Радий Фәрит улы Хәбировҡа ярҙам күрһәткәне өсөн ҙур рәхмәт, - тине ул. - Беҙ бында йыш ҡына район башлығы менән килә инек, төҙөкләндереү эштәренең нисек барғанын ҡараныҡ, халыҡтың фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.  Хөрмәтле өфөлөләр, түҙемлегегеҙ, аңлауығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, беҙ был этапҡа бергә килдек. Тәүге көндәрҙән үк йорт хужаларынан үҙҙәренең ихатаһын нисек күрергә теләгәндәре хаҡында һораштыҡ. Бөгөн бөтә тәҡдимдәр, теләктәр тормошҡа ашты.  Киләһе этап - төҙөкләндереү объекттарына һаҡсыл мөнәсәбәт һәм биләмәне тәртиптә тотоу, йыйыштырыу сифаты.

Байрам барышында рәйестәргә, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә йорт советы эшендә күрһәткән ярҙамдары, шулай уҡ йорт яны биләмәһен төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт хаттары тапшырылды.

Халыҡ, үҙ сиратында, республика һәм ҡала етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөнгө сара беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Хәҙер күрше майҙансыҡҡа барған улым: «Атай, мин үҙебеҙҙең яңы майҙансыҡҡа барам», - тип әйтә ала. Был, тәү сиратта, балаларыбыҙҙың именлеге, беҙ уларҙы ишек алдында күрәбеҙ һәм уларҙың нимә менән мәшғүл булыуҙарын беләбеҙ. Хәҙер иң ҡатмарлыһы, әммә иң яуаплыһы ҡала - барыһын да һаҡлап ҡалыу һәм арттырыу, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Азат Шәрәфетдинов.

Артабан байрам программаһы сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары, ялан кухняһы һәм концерт программаһы ойошторолдо.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA