10-сы сентябрь көндө Димдә йәрминкә була

Дим районына үҙҙәренең  тауарҙарын һатыр өсөн Башҡортостан  фермерҙары киләсәк .

10-сы сентябрь көндө Димдә йәрминкә була

Бал, йәшелсәләр, емештэр, шулай уҡ икмәк  һәм кондитер продукциялары - был тауарҙар бөтәһе лә был шәмбелә, 10-сы сентябрь көндө, һатып алыусыларҙы көтөп  аласаҡ.
 Башҡортостандың  төрлө төбәктәрендә йәшәүсе ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең ҡул эштәрен, оҫталыҡтарын  да күрһәтә  аласаҡ. 
10-сы сентябрь иртәнге сәғәт 9-ҙан  15.00 сәғәткә тиклем төрлө  тауарҙарҙы, бал продукцияларын һатып алырға мөмкин. 
  Музейға  рәхим итегеҙ!
112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы музейы сентябрь  айында тамашасыларҙы төрлө сараларға  саҡыра. Сараларҙы ойоштороу ваҡыты:  шишәмбе- йәкшәмбе  11.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, кесаҙна  14.00 сәғәттән   21.00 сәғәткә  тиклем көтөп ҡалабыҙ.  Дүшәмбе-ял көнө. 
Беҙҙең адрес: Өфө ҡалаһы 27-се йорт, "112 Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы" туҡталышы йә "Орион" туҡталышы. 
 Көҙгө  өмәләр  старт ала. 
Территорияларҙы  санитар таҙартыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү  сиктәрендә Дим районында 10-сы сентябрҙән  көҙгө айлыҡтар башлана. Тәүге өмә  10-сы сентябргә планлаштырылған. Дим халҡын, предприятие хеҙмәткәрҙәрен, шәхси эшҡыуарҙарҙы бындай экологик сараларҙа әүҙем ҡатнашырға  саҡырабыҙ. 
Өҫтәп  шуны әйтәбеҙ:  был көндәрҙә  торлаҡ-коммуналь  хеҙмәткәрҙәре әүҙем  эшләйәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA