Өфөнөң белем биреү учреждениелары янында юл билдәләрен һыҙыу әүҙем бара.
Ҡала территорияһында 126 мәктәп бар. 25 авгусҡа тиклем 90 мәктәп янында 10 мең квадрат метр самаһы майҙанда 387 «йәйәүлеләр үткәүеле»н төшөрөү планлаштырыла. Бөгөнгө көндә «СУРСИС» муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре 179 билдә төшөргән.
Уны транспорт ағымына ҡамасауламаҫ һәм автотранспорт хәрәкәтендә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ өсөн төнөн эшләргә тырышалар. Шулай уҡ белем биреү учреждениелары янында «Балалар», «Яһалма тигеҙһеҙлек», «Максималь тиҙлекте сәғәтенә 40 километрға тиклем сикләү», «Йәйәүлеләр үткәүеле» һәм башҡа юл билдәләре урынлаштырыла.
Барлыҡ саралар ҡаланың дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.