Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлек акцияһы бара

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм “Ғаилә” үҙәге ойошторған был  акция  быйыл ун икенсе тапҡыр уҙғарыла. Шуныһы ҡыуаныслы унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта.

Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлек акцияһы бара

Акцияның маҡсаты ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүгә ярҙам итеү.

Ул ике ай дауамында бара. Йыйылған канцелярия тауарҙары һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ведомство аҫтында иҫәптә торған ғаиләләргә таратыласаҡ.

Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә, ә портфель, мәктәп формаһы, китаптар һәм нәфис әҙәбиәт яҡшы хәлдә ҡабул ителә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA