Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә «Фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙ» һәйкәленә сәскә һалдылар.

Бөгөн - Хәтер һәм ҡайғы көнө. 81 йыл элек фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. Бөйөк Ватан һуғышы 27 миллион совет гражданының ғүмерен өҙҙө һәм кешелек тарихында иң ҡан ҡойошлоһона әйләнде. Иҫтәлекле акциялар бөгөн бөтөн илдә уҙғарыла.

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә «Фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙ» һәйкәленә сәскә һалдылар.

Ветерандар сараның абруйлы ҡунаҡтары булды. Тантанала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының БР буйынса Баш федераль инспекторы Алексей Касьянов, Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, шулай уҡ БР Хөкүмәте һәм министрлыҡтары, сит илдәрҙең Өфө ҡалаһындағы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар сәскәләр һалды һәм Ватан өсөн көрәшкәндәрҙең барыһын да бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң тимер юл вокзалы алдындағы майҙанда 2020 йылда «Фронтҡа киткән яҡташтарға» һәйкәле асылды. Туғыҙ фигуранан торған композиция 1941 йылда һалдаттарҙы фронтҡа оҙатыуҙы һынландыра. Уны билдәле скульптор Вадим Кириллов етәкселегендә авторҙар коллективы төҙөгән. Проект өҫтөндә эш ике йылдан ашыу дауам итә.

Һәйкәл урыны осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошонан йөҙәр мең яҡташтарыбыҙ яуға киткән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA