Китапхана уҡыусыларҙы үҙендә йыйҙы

33-сө китапханала йыйылған мәктәп лагеренә йөрөүсе балалар бөйөк шағир А.С. Пушкиндың ижадына тормош юлына арналған әкиәт квизында ҡатнашты.

Китапхана уҡыусыларҙы үҙендә йыйҙы

Уҡыусылар яҙыусының әҫәрҙәренә төшөрөлгән кинофильмдарҙы, йәнһүрәттәрҙе, ундағы геройҙарҙы иҫкә төшөрҙө. Был һыну еңелдәрҙән булмаһа ла, уҡыыусылар һәр һорауға дөрөҫ яуап тапты. Сөнки А.С.Пушкин һәр кемдең күңеленә ятысы әҫәрҙәр ижад иткән.
Сара барышында лагерь уҡыусылары “80 көн эсендә йәй” конкурсы тураһында белде һәм унда ҡатнашырға маҡсат ҡуйҙы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA