Өфөнән дүрт йәшлек Алмас Валиев Гран-При яуланы
Баш ҡалабыҙҙың М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
Быйыл 13-сө тапҡыр үткән конкурс йыл да донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләгән балаларҙы бер майҙанға туплай.
Әкиәттәрҙе яңғыҙ һөйләүселәр, ғаилә менән сәхнәләштереүселәр, фольклор коллективтары менән ҡуйыусылар араһында балалар баҡсаһы, мәктәп, район кимәлендә иң-иңдәр һайлап алынып Өфө ҡалаһы буйынса еңеүселәр билдәләнде. Йәмғеһе конкурста алты йөҙҙән ашыу бала ҡатнашты, тип хәбәр итә ойоштороусылар.Әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр араһында бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан килештереп һөйләү оҫталығы менән 18-се балалар баҡсаһыр тәрбиәләнеүсеһе Алмас Вәлиев "Ялҡау кәзә" әкиәте менән юҡҡа ғына әсир итмәгән - "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының Гран-приһы тап уға эләкте.