Тағы ла бер йылды тамамлап, Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары байрамға йыйылды. Бөгөн гимназияла «Ҡурай» исемле йәйге лагерь эшләй башланы.
«Юлдаш» радиоһы һәм «Тамыр» вокал ансамбле уҡыусыларҙы «Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө» менән ҡотлап ҙур Һабантуй ойошторҙо.
Бында ат сабышы, көршәк ватыу, тоҡ менән йүгереү, арҡан тартыу кеүек милли уйындарыбыҙҙан тыш, балалар өсөн квест үткәрелде.
«Юлдаш тауышы» майҙанынында асыҡ микрофон да эшләне, йырларға, шиғыр һөйләргә әүәҫтәр һәләтен күрһәтте. Шашка уйыны, аквагрим, флешмоб кескәй дуҫтарыбыҙға оҡшаны. Балалар өсөн ойошторолған милли байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Балалар ихлас уйындарҙа ҡатнашып, «юлдашик» йыйып, үҙҙәренә оҡшаған бүләккә алыштырҙы.
Сара күтәренке кәйефтә үтте.