Тиҙҙән беҙҙе Рәсәй,Өфө ҡалаһы һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған байрамдар һәм оҙон ял көндәре көтә.

Сараларҙы ҡатнашҡанда граждандарҙың бурыстары:

 

Тиҙҙән беҙҙе Рәсәй,Өфө ҡалаһы һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған байрамдар һәм оҙон ял көндәре көтә.

Сараларҙы ҡатнашҡанда граждандарҙың бурыстары:

- йәмәғәт тәртибен үтәү һәм яҡлау;

- тәртип боҙоуға, экстремаль хәл-ваҡиғаларға килтереүсе һәм яҡын тирәләге кешеләргә ҡурҡыныс янаусы хәрәкәттәр булдырмаҫҡа;

- күмәк саралар үткәрелгәндә ҡулланылған ҡоролмаларға һәм ҡорамалдарға һаҡсыл булырға;

- башҡа граждандарға, күмәк сараларҙы үткәреүсе хеҙмәткәрҙәргә, төрлө саралар үткәреүҙә яуаплы һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе вазифалы шәхестәргә ҡарата итәғәтле булырға;

- тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәренең һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәрҙең законлы талаптарын  үтәргә;

- бәлиғ булмаған балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа;

- автотранспортты махсус билдәләнгән урындарға ҡуйырға;

- эвакуация тураһында мәғлүмәтте алғас та тыныслыҡ һаҡларға, ығы-зығы тыуҙырмайынса, эске эштәр хеҙмәткәрҙәренең йәки тәртип һаҡлауға яуаплы булған кешеләрҙең күрһәтмәләрен үтәргә;  

Күмәк кеше булған сараларҙа ҡатнашыусыларға тыйыла:

  • башҡа кешеләрҙе рәнйетеүсе һәм намыҫына тейеүсе һүҙҙәр ҡысҡырыу;
  • башҡаларға һәм  сараны үткәреүгә ҡамасаулаусы әйберҙәр һәм матдәләр, утлы-атыу ҡоралы һәм һалҡын ҡорал, сәнскес, киҫеүсе, шулай уҡ тән яраларына килтереүсе, пиротехник изделиялар, ут ҡабыҙыусы, ағыулы һәм кеше организмына зыян килтереүсе матдәләр, иҫерткес эсемлектәр, пиво, быяла һәм тимер һауыттарҙағы эсемлектәр, ҙур күләмле төргәктәр, сумка, сумаҙан һәм башҡа әйберҙәр алып килеү тыйыла;
  • сәхнәгә һәм трибунаға әйберҙәр ташлау һәм күмәк саралар үткәреүҙең тәртибен боҙоусы башҡа эштәр ҡылыу;
  • иҫерткес эсемлектәр эсеү һәм иҫерек килеш йәмәғәт урындарында йөрөү;

- башҡа граждандарҙы кәмһеткән, йәмәғәт тәртибен боҙған һәм йәмәғәт хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янаған эштәрҙе башҡарыу;

- сараларҙа ҡатнашыусыларҙың һәм транспортарҙың хәрәкәттәренә, кәртәләргә үрмәләү, яҡтыртыу ҡорамалдары, телевизион төшөрөү өсөн майҙансыҡ, ағастар, ҡыйыҡтар, кешеләрҙе урынлаштырыуға тәғәйенләнмәгән ҡорамалар һәм ҡорамалдарҙың күсеүенә ҡамасау ҡылыу;

- ҡорамалдарҙы һәм биҙәү ҡоролмалары элементтарын боҙоу;

- раса, социаль, милли, дини һәм башҡа нәфрәт һәм дошманлыҡ тыуҙыра торған плакат һәм төрлө материалдарҙан булған, шулай уҡ тыйылған тамғалар, символика, лозунгылар һәм демострацион әйберҙәр ҡулланыу.

 

Киров районы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA