«Һаумы, һаумы, әкиәт!»

2022 йылдың 30 майында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 13-сө тапҡыр ҡала кимәлендә үткәрелгән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының Гала-концерты үтте. Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар тәүҙә бәйгенең район этаптарында көс һынашһа, артабан ҡала конкурсында һынау тотто. Был халыҡ ижады байрамы Өфө ҡалаһының иң талантлы йәш әкиәт һөйләүселәрен билдәләргә ярҙам итеүсе бик матур сара ул.

2022 йылдың 30 майында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 13-сө тапҡыр ҡала кимәлендә үткәрелгән «Һаумы, һаумы, әкиәт! конкурсының Гала-концерты үтте. Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар тәүҙә бәйгенең район этаптарында көс һынашһа, артабан ҡала конкурсында һынау тотто. Был халыҡ ижады байрамы Өфө ҡалаһының иң талантлы йәш әкиәт һөйләүселәрен билдәләргә ярҙам итеүсе бик матур сара ул.

      Шулай уҡ уның төп маҡсаттары булып йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү, донъя халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү тора.   Быйыл конкурс 7 номинация буйынса үткәрелде: әкиәтте яттан һөйләү, әкиәтте фольклор коллективтары һәм ғаилә менән сәхнәләштереү, йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар әҙерләү, күргәҙмәләр эшләү, әкиәт геройҙары костюмдарын күрһәтеү, әкиәттәр ижад итеү. 

      Шулай итеп, әкиәт буйынса һүрәт төшөрөү конкурсында 1-се урын алыусы 103-сө мәктәптән  Әминева Диана (етәксеһе: Һағынбаева Э.Й.).

“Ижади ҡараш”  номинацияһына Стрельникова Эвелина “Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы” (етәксеһе: Ямалитдинова З.Ю.) лайыҡ булды.

“Әкиәтте фольклор коллектив менән сәхнәләштереү” номинацияһында “75-се башҡорт балалар баҡсаһы” (етәкселәре: Амантаева В.Р., Хажиәхмәтова И.Ф.) һәм “Йәш әкиәтсе” номинацияһында Рәимов Данис “Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы” (етәксеһе: Хужәхмәтова Г.Ф.) 3 урын яуланылар.

Әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр араһында “Мәҙәни мираҫты һаҡлау” номинацияһында еңеүсе Батырова Мәҙинә “Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы” (етәксеһе: Бикмөхәмәтова Г.С.).

      Балалар өсөн юғары кимәлдә матур тамаша, ҙур байрам ойошторолдо. Балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы ошондай матур бәйгеләр йышыраҡ булһын, беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙҙе артабан да ҡыуандырһын!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA