Байрамға килеүсе халыҡты Калинин районы хакимиәте башлығы М.А.Замурагин, Өфө ҡала Советы депутаттары С.А.Бубличенко, И.В.Кандаров, А.Е.Слепневтар ҡотланы. Улар балаларға күңелле йәйге каникул көндәре һәм бәхетле баласаҡ теләне.
Ошонда уҡ "Бәхетле баласаҡ иле" тип исемләнгән байрам программаһы ойошторолдо. Шулай уҡ техник ижад, сәләмәт йәшәү рәүеше, сәнғәт һәм музыка буйынса уйын майҙансыҡтары эшләне, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, уйындар ойошторолдо.
Парк сәхнәһендә райондың ижади коллективтары ҡатнашлығында, шулай уҡ мәғариф бүлеге, мәҙәниәт учреждениелары, йәштәр сәйәсәте бүлеге тарафынан бай концерт программаһын тәҡдим ителде.
Балалар майҙансығында кескәйҙәр өсөн аниматорҙар менән төрлө уйындар үткәрелде.
Байрамда ҡатнашыу һәр кемгә күтәренке кәйеф, яҡшы ял һәм киләсәк өсөн дәрт, көс бирҙе.
01.06.2022
1170