Калинин районында тантаналы линейка үтте.

2022 йылдың 11 майынан алып Башҡортостан Республикаһының 94 уҡыу йортонда уҡыу аҙнаһы Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт флагтарын күтәреүҙән һәм гимн тыңлауҙан башлана. Яңы уҡыу йылынан бындай линейкалар бар уҡыу йорттарында ла үтәсәк. 

Калинин районында тантаналы линейка үтте.

Бөгөн Калинин районының 157-се мәктәбендә уҡыу аҙнаһы дәүләт символдарын күтәреүҙән башланды. Сарала почетлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Таһир улы Хәбибов, Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Анатольевич Замурагин, боҙҙа мотоциклда шыуыу буйынса егерме тапҡыр донъя чемпионы Николай Олегович Красниковтар ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы төбәктәр араһында тәүгеләрҙән булып, Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцовтың мәктәптәрҙә һәр аҙнаны Дәүләт флагын күтәреүҙән һәм Дәүләт гимнын тыңлауҙан башлау тураһындағы башланғысын хуплап ҡабул итте . Был яңылыҡты Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путин да күтәреп алды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA