“Изге оҫта ҡулдар” күргәҙмәһе

Юлдаш" Мәҙәниәт йортонда педагогия хеҙмәткәрҙәренең Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арналған “Изге оҫта ҡулдар” күргәҙмәһе асылды. Был сара ижади ҡаҙаныштырҙы артабан камиллаштырыу , уҡытыусыларҙың эштрен күрһәтеү маҡсаты менән ойошторолдо.

“Изге оҫта ҡулдар” күргәҙмәһе

“Изге оҫта ҡулдар” күргәҙмәһе “Юлдаш” мәҙәни йортоноң “Лада” һәм “Журавушка” педагогик-психолог үҙәге хеҙмәткәрҙәренең уртаҡ проекты.
Бында 23 авторҙың 105 эше ҡуйылған. Улар үҙ ҡулдары менән эшләгән һабындарҙы, йөндән бәйләнгән ойоҡбаштар, бисерҙан эшләнгән биҙәүес әйберҙәре, ҡурсаҡтар, ағасты һырып эшләгән кул эштәрен ҡуйған.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында Кәримова Л.С. етәкселегендәге “ Моңло тауыштар” коллективы сығыш яһаны һәм барыһын да хайран итте. Күргәҙмә 22 майға тиклем дауам итә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA