Орджоникидзе районында «Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант» яҙыу акцияһы үтте

 

«Тел-халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Ошондай девиз аҫтында туған башҡорт телебеҙгә ҡарата битараф булмаусылар шәмбе көндө бар мәктәптәр ҙә «Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант» яҙыу акцияһына ҡушылдылар.

Киләсәк быуынды тәрбиәләгәндә, туған телдең әһәмиәте сикһеҙ. Шуға ла әсә телен балаларға өйрәтеү - һәр кемдең изге бурысы. Туған тел байрамында уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы, ата- әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты.

48-се башҡорт лицейы педагогтары, ата-әсәләре, уҡыусылары "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" акцияһына күпләп ҡушылдылар. Туған телебеҙҙе яратыуҙы, уға ихтирамыбыҙҙы күрһәткән сара матур башланды. Лицей директоры Мөхәмәтжанова Оксана Нурғәле ҡыҙы килгәндәрҙең барыһына ла әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе, диктант яҙҙырыусылар - БСТ каналы "Бэхетнамэ" тапшырыуының алып барыусыһы Муллаҡаева Гөлнара Рәйес ҡыҙы, лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ильясова Гөлсинә Мөхәмәҙинур ҡыҙы, Шәрипова Гүзәл Данис ҡыҙы менән таныштырҙы.Ошо уҡыу йортонда оҙаҡ йылдар эшләгән музыка уҡытыусыһы, уҡыусыларҙың ҡурай ансамбле етәксеһе Байрамғолов Ирғәле Сәхи улы дәртле ҡурай моңдары менән күңелдәргә илһам өҫтәне, уға ата-әсәйҙәр исеменән диктантта ҡатнашыусы Муллаҡаева Гөлсинә Нуритдин ҡыҙы ҡумыҙ менән ҡушылды.Уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар айырым бүлмәләрҙә ултырып, Рәми Ғариповтың туған телебеҙ хаҡындағы матур уйланыуҙарын тыңланы һәм яҙҙы. Уңышлы һайланған текстың йөкмәткеһе, ысынлап та, уйға һалырлыҡ ине. "Ер шарының именлеге хаҡында уйлайыҡ. Ул юҡҡа сыҡһа, бер тел дә кәрәк булмаҫ" тигән юлдар бөгөн айырыуса актуаль яңғырай."Һикәлтәле һәм ҡатмарлы тарих юлында иң көслө ҡорал булған туған телен" яратҡан һәр кеше уның үҫеше өсөн ҡулынан килгәнсә ярҙам итһә, өлөш индерһә, киләсәктә балаларыбыҙ ҙа, ейәндәребеҙ ҙә үҙ телендә һөйләшер, тигән өмөтлө уйҙар менән таралыштылар байрам төҫөн алған был матур саранан..


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA