Калинин районында "Хеҙмәт Даны" аллеяһы

Бөгөн ҡала буйынса уҙғарылған өмә сиктәрендә Шакша биҫтәһендәге “Аленький цветочек” скверында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтте. Уның маҡсаты- райондың экологик торошона иғтибарҙы йүнәлтеү, ҡала биләмәһен йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү, дөйөм экологик хәлде яҡшыртыу.

Сарала Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары С.П.Кожевников һәм депутаттар ҡатнашты.
Беренсе тапҡыр күмәкләп ағас ултыртыуҙа ойошма етәкселәре үҙҙәренең ғаиләләре менән ҡатнашты. Шулай итеп, “Аленький цветочек” скверында Хеҙмәт Даны аллеяһы барлыҡҡа килде. Акцияла ҡатнашҡан Щербацких, Кардашиндар ғаиләләренә, яуаплылығы сикләнгән «Контрольный пакет», «Флэр», «Энергомир», «Полимак», «Өфө гипс компанияһы», «Техномаш», «Вектор», «УЗНО» йәмғиәт ойошмаларына, "Газпром" газ бүлеү берекмәһенә, ”Транстерминал”, Промцентр, “Башҡорт туңдырмаһы”, “Дск Кпд” Өфө ит консерва комбинаты ойошмаларына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, бөгөн һәр кем тыуған Калинин районын йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Шуға ла улар ултырҡан ағастар гөрләп үҫеп китеп, ошо биҫтәлә йәшәүсе халыҡты ҡыуандырыр тип, ышанғы килә.
"Йәшел Башҡортостан" экологик акцияһы Башҡортостандың бөтә ҡалаларында һәм райондарында уҙғарыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA