Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы бара. 23 апрелдә баш ҡала Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев был акцияла ҡатнашып, Дим районындағы Көмөш аллеяла ағас ултыртты.
Башта ул башҡарылған эштәр менән танышты һәм районда йәшәүселәр менән аралашты. Аллея Рәшит Ниғмәти урамы буйлап урынлашҡан. Уны алма, йүкә, сирень һәм гортензия ҡыуаҡтары - йәмғеһе 59 ағас һәм 200 ҡыуаҡ биҙәйәсәк. Улар хаҡында мәғлүмәт кире яғынан исем-шәрифе яҙылған табличкаларҙа урынлаштырыласаҡ. Уға смартфон камераһын ҡуйып, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сайтына инеп, ағасты кем һәм ҡасан ултыртҡанын белергә мөмкин.
Бынан тыш, биләмә тулыһынса төҙөкләндерелә, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыла, автоматик тамсылап һыу һибеү системаһын монтажлау ҡаралған.
- Хөрмәтле дуҫтар, өфөлөләр! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тәҡдим иткән «Йәшел Башҡортостан» проектында һеҙҙе сәләмләүемә бик шатмын, - тип мөрәжәғәт итте Ратмир Мәүлиев акцияла ҡатнашыусыларға. - Был проект тирә-яҡ мөхитте үҙгәртергә ярҙам итә. Беҙ йыш һөйләгән Ҡала-баҡса нәҡ ошондай ябай нәмәләрҙән башлана ла инде. Мин эштәрҙең башланғыс этабында уҡ булғайным һәм әле күргәндәрем шатландыра. Һәр нәмәгә комплекслы ҡарай башлаһаҡ, шундай уҡ күләмдәге биләмәләрҙе төҙөкләндерә алһаҡ, Ҡала-баҡса булдырыласаҡ.
Өфө Хакимиәте башлығы Дим районы командаһына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм үҫентеләрҙе һаҡларға саҡырҙы. Ратмир Мәүлиев аллеяла «Рудольф» сортындағы алмағас ултыртты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә Өфөнө 18 яңы тематик аллея биҙәйәсәк, 800 ағас һәм 500 ҡыуаҡлыҡ ултыртыласаҡ.