23.04.2022
1616
Бөгөн Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе һәм «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы үтә. Биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм ағас ултыртыу эштәре баш ҡаланың бөтә райондарында ла үткәрелә.
Экологик сараларҙа меңдәрсә кеше әүҙем ҡатнаша, улар араһында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре һәм әүҙем өфөлөләр: студенттар һәм эшләүсе йәштәр, предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар, шул иҫәптән мәғариф хеҙмәткәрҙәре. Ғәҙәттәгесә, өмәлә ҡала һәм район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
Өмәлә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.