Урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө. Байрам тарихы.

Урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө РФ Президентының 2012 йылдың 10 июнендәге ҡарарына ярашлы 2013 йылдан алып билдәләнә. 

Урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө. Байрам тарихы.

21 апрель көнө бушҡа ғына һайланмаған. 1785 йылда Екатерина батшабикә ҡалаларға Жалованная Грамота ебәрә, нәҡ ошо документ рәсәй закон эшләү өлкәһенә урындағы үҙидаралыҡ тураһындағы башланғысҡа юл аса. Рәсәй Империяһы ҡалаларына хоҡуҡ биреүсе Грамота 16 бүлек һәм 178 статьяны үҙ эсенә алған Манифестан тора. Урындағы үҙидаралыҡ системаһының артабан камиллаштырыу осоро Александр II ваҡытына тура килә.1870 йылда ҡала үҙидаралығы булып дума һәм идаралыҡтар сығыш яһай. Әммә Александр III осоронда урындағы үҙидаралыҡтар дәүләт органдары ҡарамағына эләгә. 1917 йылғы революциянан һуң үҙидалыҡ идеяһы дәүләт ҡоролошондағы реформаға тиклем, йәғни 1980 йылға тиклем онотола. 1993 йылда ҡабул ителгән РФ Конституцияһы урындағы идаралыҡтарҙың үҙаллы булыуын иҫбатлай. Уны үҙгәртеп ҡороу һәм камиллаштырыу әлеге көндә лә дауам итә .Бөгөнгө Рәсәйҙә урындағы үҙидаралыҡтарға, йәғни муниципалитеттарға ҙур бурыстар йөкмәтелгән. Ауыл, ҡалаларҙың үҫеше, халыҡтың йәшәү шарттарының яҡшырыуы нәҡ ошо орган хеҙмәткәрҙәренең намыҫлы һәм тырыш хеҙмәтенә бәйләнгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA