20.04.2022
1656
Өфөлә сауҙа урындарында баҡсасылар үҙҙәре үҫтергән продукцияны һата ала. Бындай саралар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевтың ҡушыуы буйынса ҡабул ителде.
Бөгөнгө көндә ҡалала 27 майҙансыҡ иҫәпләнә, уларҙа 634 сауҙа урыны урынлашҡан. Уларҙың урынлашыу тәртибе менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, урындар иҫәбе буйынса мәғлүмәт көн һайын аныҡлана һәм төҙәтелә.