Ратмир Мәүлиев Максимовка ҡасабаһы халҡы менән осрашты

19 апрелдә Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Максимовка ҡасабаһы һәм «Яңы Максимовка» биҫтәһе халҡы менән осрашты.

19 апрелдә Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Максимовка ҡасабаһы һәм «Яңы Максимовка» биҫтәһе халҡы менән осрашты.

Сара барышында ҡала халҡы барлыҡ борсоған һорауҙарын бирә алды. Бөгөнгө көндә уларҙы канализация насос станцияһының тейешле кимәлдә эшләмәүе, урамдарҙа яҡтыртыуҙы модернизациялау, юлдар һәм тротуарҙар төҙөү, балалар майҙансыҡтары булдырыу һәм башҡа төҙөкләндереү мәсьәләләре борсой.

Барлыҡ һорауҙар буйынса ла яуаптар һәм аңлатмалар бирелде, ә ентекләберәк өйрәнеүҙе талап иткәндәре айырым контролгә алынды. Үҙ сиратында, Хакимиәт башлығы халыҡты төҙөкләндереү буйынса программаларҙа, атап әйткәндә, урындағы башланғыстарға ярҙам итеү буйынса республика программаһында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

- Төҙөкләндереү буйынса раҫланған һәм элеге көндә яҡшы эшләп килгән төрлө программалар бар. Барыһын да бергәләп тормошҡа ашырырға кәрәк, бергәләшеп эшләгән ваҡытта ғына һөҙөмтә буласаҡ, - тине ул.

Бынан тыш, осрашыу сиктәрендә Ратмир Мәүлиев «Өфө һыу каналы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Таһир Муллайәнов менән бергә «Яңы Максимовка» биҫтәһенә юлланды. Бында улар канализация насос станцияһын ҡараны.

2011 йылда Өфө Хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы тарафынан электрон аукциондар үткәрелгән ине, уның һөҙөмтәләре буйынса «СтройКомплект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән һыу бүлеү селтәрҙәре төҙөү буйынса эштәрҙе башҡарыуға муниципаль контракттар төҙөлгән. Әммә объект төҙөлөшө тулы күләмдә тамамланмаған, һыу бүлеү системаһы файҙаланыуға тапшырылмаған. Бөгөн көндә селтәрҙәргә техник хеҙмәтләндереүҙе «Өфө һыу каналы» предприятиеһы күрһәтә.

Таһир Муллайәнов билдәләүенсә, булған һыу бүлеү селтәрҙәрен тейешле хәлгә килтереү һәм уларҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн финанслау сығанаҡтарын билдәләү буйынса мәсьәлә өйрәнелә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA