Ҡала халҡын башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашырға саҡыралар

23 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022» акцияһын үткәрәсәк.

Ҡала халҡын башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашырға саҡыралар

23 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2022» акцияһы уҙғарыла. Сара онлайн һәм офлайн форматында ойошторола.

Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/ сайтында танышырға мөмкин.

11:00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) тура эфирҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, телеграм-каналда диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға bashdictant2022@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2022 йылдың 24 апреленә 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 2022 йылдың 24 апрель 23:59 сәғ. тиклем https://bashdictant.ru/ рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә ( https://vk.com/bash_tv , https://vk.com/bash_fond ) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә.

Диктант тексы ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән 3 вариантта әҙерләнәсәк: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA