Халыҡ менән осрашыу

Калинин районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Д.В.Миронов “Башҡорт майҙансыҡтары” программаһында ҡатнашҡан Маяковский урамы 8, 8/1, 10, 10/1, 10/2 йорттарында йәшәүсе халыҡ менән осрашты.

Халыҡ менән осрашыу

Йыйылған халыҡ Калинин районы хакимиәте вәкилдәренә, подряд ойошмаһына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды, үҙҙәренең тәҡдимдәрен еткерҙе.
Шулай итеп, ремонт эштәренән һуң бында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 3 балалар, 1 спорт майҙансығы, 14 яҡтыртыу урыны буласаҡ.
Ремонт һәм төҙөлөш эштәре барышында асфальт яныртыласаҡ, тротуар һәм йәйәүлеләр юлы матурланасаҡ, машиналар туҡтау урыны киңәйтеләсәк. Ремонт эштәре алдан раҫланған ваҡытҡа ярашлы алып барыласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA