Медиадонъяһына ишектәр асылды

16 апрель Орджоникидзе районының 48-се башҡорт лицейы бөтә республикаға ишектәрен асты. Был көндө республиканың төрлө райондарынан позитив ҡарашлы, заман менән бергә атлаған йәштәр, лицейыбыҙ, «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт йорто менән бер рәттән ойошторған беренсе «Заман» медиафорумына килделәр.

Медиафорум 300- ҙән ашыу ҡатнашыусыны бергә тупланы. Унда блогерҙар, спикерҙар, тиктокирҙар үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар һәм йәштәргә төрлө уңышлы йүнәлештәрҙә эшләү алымдары, ҡоралдары, технологиялары менән бүлештеләр.     Әлбиттә, был сараға билдәле ҡунаҡтар ҙа килде. "Заман" медиафорумы: график дизайн, корреспондент- журналистика, һөнәри блогер, СММ, мобиль фотография, монтаж нигеҙҙәре, уңышлы презентация йүнәлештәрендә эшләне. Уҡыусыларҙы оҙатып килгән уҡытыусылар өсөн "Интенсив" йүнәлеш тә әүҙем барҙы. "Заман" йәштәр медиафорумы - телевидение, мәғариф өлкәләрен берләштереү аҙымы булды. Уҡыусылар, уҡытыусылар заманса медиа  хаҡында бай мәғлүмәт, рухи байлыҡ алдылар, уртаҡ ҡараштағы дуҫтар таптылар.

 Медиафорум программаһы төплө уйланылған. Мастер кластар, «Асыҡ студия» пресса менән аралашыу һәм интервью майҙансыҡтары балаларға күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалдырманы. Сараны асыу тантанаһы ла һәр ҡатнашыусының кәйефен юғары күтәрҙе. Фәҡәт, улар 48-се башҡорт лицейы" гимнын иң беренсе ишетеүселәр ҙә булдылар. Лицей гимнын башҡарғанда балаларҙың баҫып ҡул сабыуҙары был сараның бәҫен күтәрҙе.

Ҡунаҡтар, ҡатнашыусылар, спикерҙар медиафорумдың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар, был сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡан лицей администрацияһына, уҡытыусылар коллективына, балаларға ысын күңелдән рәхмәт белдерҙеләр. «Заман» медиафорумынан алған яңылыҡтар, мәғлүмәттәр менән таралыштылар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA