2022 йылдың 13 апрелендә Өфө ҡалаһы Киров районының М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында мәктәп уҡыусылары араһында XIII «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсының район этабы үтте.

Конкурсты үткәреү өсөн яуаплы ойоштороусылар – фәнни-мәғлүмәти методик үҙәктең Киров районы буйынса туған телдәр методисы Мостаева Рита Марсель ҡыҙы һәм Киров районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик ойошма етәксеһе Нафиҡова Фәнгизә Рафаил ҡыҙы. Йәш башҡарыусылар бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләнеләр. Конкурста бөтәһе 13 мәктәп ҡатнашты.

Уҡыусыларҙың сығыштары биш номинацияла баһаланды: «Әкиәтте яңғыҙ башҡарыу», «Әкиәтте сәхнәләштереү», «Әкиәтте ғаилә менән сәхнәләштереү», «Йәш әкиәтсе», «Әкиәт - халыҡ аҡылы хазинаһы» анимациялы фильмдар һәм йәнһүрәттәр. Ижади конкурсҡа һәр мәктәп тә ныҡлы әҙерләнгән, улар бар әкиәтте лә ҙур оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Еңеүселәргә конкурстың ҡала этабында ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA