Билдәле шағирәнең шиғырҙарына яҙылған романстар Эльдар Рязановтың “Служебный роман”, “Ирония судьбы или с Легким Паром!” “Жестокий романс” фильмдарында яңғырай. Уҡыусылар шағирәнең еңел булмаған ижад юлы хаҡында яҡындан танышты, “По улице моей”, “О мой застенчивый герой” тигән музыкаль әҫәрҙәрен, Белла Ахмадулинаның ҡасандыр Кремльдә һөйләгән “Вафат булған шағирҙар иҫтәлегенә” исемле шиғырын тыңланы.
Күп яҙыусылар һәм шағирҙар Белла Ахмадуллинаға бағышлап шиғырҙар, романстар яҙа. Шуларҙың иң билдәлеләре Евгений Евтушенконың “Со мною вот что происходит” һәм Андрей Вознесенскийҙың “Минең тормошомдан юғалма” әҫәрҙәре бөгөнгө әҙәби-музыкаль кисәлә яңғыраны.
Сара һуңында малайҙар һәм ҡыҙҙар билдәле “А на последок я скажу” романсын йырсы Валентина Пономарева башҡарыуында тыңланы.
13.04.2022
1061