Ултырышта йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ялын финанслау мәсьәләләре ҡаралды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың майынан алып бөтә Башҡортостан буйынса федераль программа менән файҙаланған ата-әсәләргә 5 көн эсендә путевка хаҡының 50 процентын федераль ҡаҙнанан кире ҡайтарыу ҡаралған. Ташламалар менән файҙаланыу өсөн ошо программала ҡатнашыусы «мирпутешествий.рф» сайтына инеп "Балалар лагерҙәре" тигән бүлектән путевка һайларға һәм "Мир" картаһы аша путевканың тулы хаҡын түләргә кәрәк буласаҡ. Балалар туристик кешбэгы хаҡындағы тулы мәғлүмәт менән ошо һылтанма аша танышырға мөмкин https://vk.com/ufa_kalina?w=wall-144740422_29500
12.04.2022
886