Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ

Башҡортостан халҡын май айында оҙайлы ял көндәре көтә

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы май байрамдарына бәйле ял көндәре тураһында хәтергә төшөрҙө. 1 майҙа – Рәсәйҙә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 майҙа Еңеү көнө билдәләнә. Шулай уҡ Башҡортостанда Ураҙа байрамы тура килгән 2 май ял көнө булып тора.

“Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, шәмбеләге 1 ғинуарҙағы ял көнө шишәмбегә 3 майға, йәкшәмбе 2 ғинуарҙағыһы шишәмбегә 10 майға күсерелде, – тип белдерҙеләр ведомствола. – 2022 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә һәм шунлыҡтан ял көнө 2 майға күсерәлә. Ураҙа байрамы иһә 2 майҙағы ял көнөнә тап килә, тимәк, ял көнө дүшәмбе 2 майҙан шаршамбыға, 4 майға күсерелә.

Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итәсәк. 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш көнө оҙонлоғо ҡыҫҡартылмай.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA