Бокс буйынса турнирға йомғаҡ яһалды

Калинин районында йыл һайын үткәрелгән бокс буйынса турнир үтте. Быйыл ул райондың барлыҡҡа килеүенең 70 йыллыҡ юбилейына арналды.
 

Бокс буйынса турнирға йомғаҡ яһалды

Өс көн дауамында барған ярышта республиканың төрлө райондарынан, ҡалаларынан килгән 400 -гә яҡын спортсы ҡатнашты.
Турнирҙың бағымсылары: В.В.Горбунов, яуаплылығы сикләнгән “Группа компаний ПСК-6” ойошмаһы директоры А.В.Носков, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты, ПСК-6 төҙөлөш кампанияһы директоры О.И Филиппов.
Шулай итеп көсөргәнешле ярыштарҙан һуң урындар түбәндәгесә бүленде:
1 урын - Өфө ҡалаһының “гонг” клубы спортсылары;
2 урын- Иглин районы;
3 урын- Благовещенск ҡалаһы.
Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ, һаулыҡ һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA