Сертификаттар Республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәктәренең филиалдарында, шулай уҡ хаҡлы ялда булғандар һәм инвалидтар теркәлгән урындар буйынса “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә биреләсәк.
2022 йылда эксперт советы тарафынан Башҡортостан маршруттары буйынса пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн 165 социаль тур һайлап алынған.
Быйыл туристик юлламалар буйынса бөтәһе 7,8 млн. һумлыҡ суммаға Башҡортостандың 905 кешеһен тәьмин итеү планлаштырыла. "Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү һәм көсәйтеү" программаһының үтәлеше хаҡындағы тулы мәғлүмәтте министрлыҡтың сайтында ("Дәүләт программалары" тигән бүлектең "Башҡортостан Республикаһында эске һәм ситтән килеүселәр туризмын үҫтереү" тигән бүлексә) танышырға мөмкин.
04.04.2022
1199