Корней бабайҙың күңелле батшалығы

28- се һанлы китапханала Балалар китабы аҙналығына арналған сара үтте. Быйылғы аҙна балалар яҙыусыһы һәм тәржемәсе Корней Иванович Чуковскийҙың тормошо, ижады һәм тыуыуына 140 йыл тыуыуына арналды.

Корней бабайҙың күңелле батшалығы

Яҙыусының тыуған көнө алдынан китапханаға 52-се лицейҙың беренсе синыф уҡыусылары килде. Әлбиттә, йыйылған балаларҙың барыһына ла К.Чуковскийҙың әҫәрҙәре яҡшы таныш. Ә шулай ҙа уҡыусылар китапханасының яҙыусының тормош һәм ижади юлын, уның “Мойдодыр” исемле шиғырын айырыуса кинәнеп тыңланы.
Һуңынан балаларҙы Чуковскийҙың китабынан әкиәт геройҙары менән осрашыу көттө. Сара барышында балалар шулай уҡ төрлө уйындар уйнаны, йомаҡтар систе.
Балалар аҙналығынан уҡыусылар тик ыңғай тәьҫораттар алып, күтәренке кәйефтә йорттарына таралышты.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA