Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә арналған волейбол уйындарына йомғаҡ яһалды

Бөгөн 157-се мәктәптә Калинин районының дөйөм белем биреү учреждениелары араһында егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың командалары араһында Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнирға йомғаҡ яһалды һәм шунда уҡ Г.И.Горбунцова иҫтәлегенә турнирҙы асыу тантанаһы үтте.

 

Ярышта Калинин районы хакимиәте башлығы С.П.Кожевников, Ө.М.Мостафиндың улы М.У.Мостафин, волейбол Федерацияһы башҡарма комитеты директоры С.С.Кирпичников һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Үҙенең сығышында Калинин районы хакимиәте башлығы С.П.Кожевников районда спортҡа ҙур иғтибар бирелеүе һәм уҡытыусылар менән уҡыусылар араһындағы быуындар бәйләнешен билдәләп үтте. Сергей Петрович төрлө спорт ярыштары, турнирҙар ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
Волейбол ярыштары түбәндәгесә тамамланды:
Ҡыҙҙар командалары араһында 1-се урынды 74-се мәктәп, 2-се урынды 118-се мәктәп ҡыҙҙары, 3-сө урынды 105-се гимназия командаһы яуланы.
Егетәрҙең урындары түбәндәгесә булды: 1-се урында – 105-се гимназия, 2-с урында-121-се гимназия, 3-сө урында – 60-сы лицей.
Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйһе килә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA