Ратмир Мәүлиев эш сәфәре менән Санкт-Петербург ҡалаһында

Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Санкт-Петербург ҡалаһында эш сәфәре сиктәрендә бер нисә осрашыу үткәрҙе.

Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Санкт-Петербург ҡалаһында эш сәфәре сиктәрендә бер нисә осрашыу үткәрҙе.

Иң тәүҙә Мәғлүмәтләштереү һәм элемтә комитетының «Ҡала мониторинг үҙәге» учреждениеһында булды. Йәмәғәт именлеген тәьмин итеү кимәлен арттырыу, шулай уҡ халыҡты һәм дәүләт власының башҡарма органдарын йәшәйеш именлеге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡаланы төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса мәғлүмәти тәьмин итеү төп маҡсат булып тора. Ратмир Мәүлиев бында эштең нисек барыуы менән танышты, тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәттәр ҡабул иткән, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе күҙәткән операторҙар менән аралашты.

Артабан Николо-Богоявленск диңгеҙ соборында Башҡортостан баш ҡалаһы Хакимиәте башлығы «Өфө» һыу аҫты кәмәһе экипажының буласаҡ ағзалары менән осрашты һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ошонда уҡ Изге Ғәҙел яугир Федор Ушаков иконаһын изгеләндереү тантанаһы уҙҙы. Һуңынан уны һәм Өфө ҡалаһы гербын экипаж командирына тапшырҙылар.

Шулай уҡ эш сәфәре сиктәрендә Санкт-Петербургтың Милләттәр йортонда Башҡортостан студенттары һәм Төньяҡ баш ҡалала йәшәүсе яҡташтар менән осрашыу үтте.

Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Уларҙың күпселеге Өфө инфраструктураһын үҫтереүгә ҡағылды - йәмәғәт транспорты, парктарҙы төҙөкләндереү, социаль объекттар төҙөү, инновацион үҙәктәр булдырыу һәм башҡалар.

- Йәштәребеҙҙең әүҙем, Өфө һәм республика үҫешенә битараф булмауҙары өсөн шатмын, - тип билдәләне Ратмир Мәүлиев. - Бындай аралашыу мөһим һәм дөрөҫ. Беҙ һәр ваҡыт бәйләнештә булырға тейешбеҙ. Мин һәр кем өсөн асыҡ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ, һәр ваҡыт ярҙам итәсәкбеҙ.

Бөгөн, 31 мартта, «Өфө» һыу аҫты кәмәһен һыуға төшөрөү тантанаһы көтөлә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA