Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында – юмор аша.

“Юлдаш” ижад йортонда тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйынының “Хәүефһеҙ юл” тип исемләнгән район конкурсы булып үтте.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында – юмор аша.

Ярышта өс команда: “Сирена”, “Маршрутка”, “Ежики-подорожики” көс һынашты. Улар райондың 70-се, 87-се, һәм 157-се мәктәп уҡыусыларынан төҙөлгән.
Ярыштарҙа барыһы ла шуны аңланы: юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән килеп тыуған хәлдәрҙә инспекторҙарҙың йә уҫал , шул уҡ ваҡытта ул шаян булыуҙары хтимал.
Командаларҙың сығыштарын жюри ағзалары менән берлектә уның Өфө ҡалаһы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының юл хәрәкәте именлеген пропагандалау буйынса бүлек начальнигы Кадикова Альбина Фатих ҡыҙы баһаланы.
Шулай итеп урындар түбәндәгесә билдәләнде:
беренсе урынды 157-се мәктәптең “Ёжики- подорожики” командаһы яуланы,
икенсе урын 87-се мәктәптең “Мршрутка” командаһына бирелде, 70-се мәктәптең "Сирена" командаһы өсөнсө урын алды.
Еңеүсе команда Калинин районы намыҫын ҡала кимәлендә яҡлаясаҡ. Уларға тик уңыштар теләйһе килә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA