Ратмир Мәүлиев санитар йомала ҡатнашты

Өфөлә ҡала биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ старт алды.

Өфөлә ҡала биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ старт алды.  Бөгөн уның сиктәрендә тәүге өмә үтте. Экологик акцияла баш ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡатнашты.

- Мин яҙғы санитар таҙартыу буйынса айлыҡҡа старт бирергә һәм шәхсән ҡатнашырға вәғәҙә биргәйнем. Вәғәҙәмде үтәнем. Минең урынбаҫарҙарым, район башлыҡтары һәм башҡа хакимиәт хеҙмәткәрҙәре лә бөгөн ҡала биләмәләрен таҙартыуға сыҡты, - тип хәбәр итте Ратмир Мәүлиев. - Бындай саралар өсөн беҙ үҙебеҙҙең тығыҙ графикта һәр саҡ ваҡыт табырға тейеш.  Ҡалабыҙ таҙа булһын өсөн үҙебеҙ ҡала өмәләрендә ҡатнашып башҡаларға өлгө күрһәтергә тейешбеҙ.

Шулай уҡ Хакимиәт башлығы ҡала халҡын ситтә ҡалмаҫҡа һәм яҙғы эштәрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA