Башҡортостандың баш ҡалаһында «Управдом» форумдар серияһы дауам итә

Бөгөн Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡатнашлығында «Управдом» форумы Киров районында үтте.

Өфөлә торлаҡ-коммуналь өлкәнең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелгән «Управдом» форумдар серияһы дауам итә. Бөгөн Өфө Хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡатнашлығында ул Өфөнөң Киров районында үтте.

Ғәҙәттәгесә, форумға райондың әүҙем һәм вайымлы халҡы, шул иҫәптән күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәре, идара итеүсе ойошмалар хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар йыйылды.

- Киров районында юл инфраструктураларын төҙөү буйынса ҙур эш алып барыла - был Кузнецов затоны биҫтәһенә, Пугачев урамын төҙөкләндереүгә, юл үткәргесенә ҡағыла. Өфө үҙәген йәшелләндереү мәсьәләһе айырым контролдә тотола. Бының менән дә бергәләп шөғөлләнәсәкбеҙ, - тип билдәләне Ратмир Мәүлиев, пландар һәм бурыстар хаҡында һөйләп.

Райондың 2021 йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһап, Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов иҡтисад, төҙөлөш, мәғариф, спорт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштар, төҙөкләндереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу хаҡында хәбәр итте.

Атап әйткәндә, районда торлаҡ төҙөүҙең әүҙем дауам ителеүен билдәләне. 2021 йылда 216 мең квадрат метр сафҡа индерелгән, был ҡала буйынса дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. 2020 йыл менән сағыштырғанда күрһәткес 11,5 процентҡа артҡан.

Төп төҙөлөш майҙансығы - Башҡортостан сәскәләре биҫтәһе биләмәһе. Былтыр 34 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

- Бөгөн мәғарифты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Былтыр 21-се лицейҙы төҙөкләндереү тамамланды. Кузнецов затоны биҫтәһендә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. Бөгөнгө көнгә төп төҙөлөш эштәре башҡарылған, биналарҙы эске биҙәкләү буйынса эштәр әүҙем алып барыла, - тип хәбәр итте Илвир Нурдәүләтов.

Бынан тыш, районда йәмәғәт киңлектәрен, ихаталарҙы һәм урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла.

Шулай уҡ сара барышында Юлдар һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау буйынса идаралыҡтың етәксеһе Константин Паппе Киров районындағы объекттар тураһында доклад менән сығыш яһаны. Атап әйткәндә, ул «Көньяҡ ҡапҡа» проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында хәбәр итте. Уның сиктәрендә Пугачев урамын реконструкциялау һәм генерал Рыленко урамын төҙөү планлаштырыла.

Халыҡты юл инфраструктураһы менән тәьмин итеү маҡсатында Кузнецов затоны биҫтәһендә туғыҙ урам һалыу тураһында ла һөйләне. Бында юлдар, тротуарҙар, ямғыр һыуы канализацияһы төҙөләсәк, тышҡы яҡтыртыу ҡорамалдары, ике туҡталыш һәм велосипед юлдары ҡуйыласаҡ.

Артабан осрашыу асыҡ диалог форматында дауам итте. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн көнүҙәк булған һорауҙарҙы бирә алды. Атап әйткәндә, район халҡын Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһын төҙөкләндереү, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың тотороҡлолоғо, ихаталарҙан ҡарҙы һәм сүп-сарҙы сығарыу, мәктәптәрҙе төҙөкләндереү борсой. Һорауҙарҙың бер өлөшөнә туранан-тура осрашыуҙа яуаптар бирелде, ә башҡалар контролгә алынды.

Форум һөҙөмтәләре буйынса Ратмир Мәүлиев халыҡҡа асыҡлығы, әүҙем тормош позицияһы һәм район үҫешендә ҡатнашырға теләктәре өсөн рәхмәт әйтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA